17:31 (UTC+5), 19 Марта 2009

Танылған режиссер Әнүәр Нурмөхәмәтов вафат булды

Башҡортостан мәҙәниәте, театр сәнғәте, телевидениеһы ауыр юғалтыу кисерҙе. Оҙаҡ ауырығандан һуң 66-сы йәшендә танылған мәҙәниәт эшмәкәре, режиссер Әнүәр Әбүбәкир улы Нурмөхәмәтов вафат булды.
Әнүәр Нурмөхәмәтов 1943 йылдың 9 майында Бөрйән районының Яңы Усман ауылында тыуған. Өфө сәнғәт институтын тамамлаған. Ул Салауат дәүләт башҡорт драма театрында баш режиссер һәм художество етәксеһе сифатында эшләп, театрҙың үҫешенә ҙур өлөш индергән. 1987 йылдан "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы режиссеры, 1991 йылдан баш режиссеры, художество етәксеһе булып эшләй.
Телевидение режиссеры булараҡ Әнүәр Әбүбәкир улы юғары художестволы әҫәрҙәр ижад итә, улар тамашасыларҙа киң резонанс тыуҙыра һәм ижади берләшмәлә танылыу яулай. Уның "Һары ҡолаҡ", "Мине Матросов фамилияһы менән эҙләгеҙ", "Ай ҡыҙы", "Ҡара генерал", "Кинйә абыҙ", "Миҙал", "Ырыуымдың бишек йыры", "Халҡым алдында баш эйеп" фильмдары, "Арыш башағы", "Аҫылйәр" телеспектаклдәре Башҡортостан һәм Рәсәй кино һәм телевидение сәнғәтенең алтын фондына инде.
Оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгәне, сәнғәттәге ҡаҙаныштары өсөн Әнүәр Нурмөхәмәтов "БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре", Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты кеүек юғары исемдәргә лайыҡ булды.
Талантлы етәксе һәм режиссер бөтә ғүмерен Башҡортостан сәнғәтенә һәм мәҙәниәтенә хеҙмәт итеүгә арнаны. Сағыу ижади шәхес һәм яҡшы кеше - Әнүәр Әбүбәкир улы Нурмөхәмәтов тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика