12:40 (UTC+5), 19 Марта 2009

Раил Сарбаев иҡтисадты үҫтереүҙәге төп бурыстарҙы атаны

Эльвира Латипова
БР Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышында республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев 2009 йылға төбәк иҡтисадын үҫтереүҙәге төп бурыстарҙы билдәләне.
"Иҡтисад һәм производство кешенең төп талаптарына йүнәлеш тоторға тейеш. Стратегик бурыс - инновацион үҙәктәр төҙөү, - тине Раил Сарбаев. - Ҙур социаль-мәҙәни объекттар төҙөлөшөнә беҙ көрсөктән һуң, иҡтисад тышҡы конъюнктураға буйһоноуҙан туҡтағандан һуң мотлаҡ әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. Яҡындағы йыл ярым-ике йыл эсендә төбәк өсөн оҙайлы иҡтисади файҙа килтерерлек төп бурыстар хәл ителәсәк".
Атап әйткәндә, Раил Сарбаев республика эсендә производство ойоштороуҙы төп бурыс тип иҫәпләй. Уның әйтеүенсә, урмандарҙы үҙләштереүҙә генә тиҫтәләгән мең өҫтәмә эш урындары булдырырға һәм йылына йөҙ миллиард һумлап эске төбәк продукты алырға мөмкин. Шулай уҡ булған производствоны капиталлаштырыуға, эш урындары булдырыуға, яңы талап ителгән продукция сығарыуға баҫым яһап, бизнесты үҫтерергә мөмкин. Ҙур предприятиелар тирәләй бәләкәй предприятиелар булдырырға кәрәк. Премьер-министр фекеренсә, "Полиэф" ҡына кәмендә 15 яңы йүнәлеш, тимәк, 15 бәләкәй предприятие ойошторорға мөмкинлек бирә.
Хөкүмәт башлығы аграр секторҙы артабан эреләтеү кәрәклеген айырып билдәләне. "Беҙ ауыл хужалығын артабан нығытырға, республика кәштәләренән импортты ҡыҫырыҡлап сығарып, үҙ аҙыҡ-түлегебеҙ менән мөмкин тиклем күберәк тәьмин итеүгә өлгәшергә теләйбеҙ. Йыл һайын байтаҡ суммаға ситтән аҙыҡ-түлек һатып алып, беҙ сит аграр секторға ярҙам итәбеҙ, ә быға һис тә юл ҡуйырға ярамай! Эшкәртеүгә төп баҫым яһарға кәрәк. Еребеҙҙә үҫтерелгән бөтә нәмә үҙебеҙҙә эшкәртелергә тейеш".
Үҙ сығышын йомғаҡлап, Раил Сарбаев, иҡтисад өсөн баҙарҙың тышҡы конъюнктураһына бәйле булмау бик тә мөһим, тип билдәләне. "Республикабыҙ, - тине ул, - көрсөктән үҙенең танылған көслө позицияларын юғалтмау ғына түгел, ә федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә иҡтисадта иң етди амбициялар тыуҙырып, нығынып сығырға тейеш. Булған тәбиғи, иҡтисади, интеллектуаль ҡеүәт быға мөмкинлек бирә".
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика