15:09 (UTC+5), 18 Марта 2009

Яңы етәксе тәғәйенләнде

Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығы приказы менән Мәрүәрова Светлана Ревмер ҡыҙы 2009 йылдың 16 мартынан Федераль ҡаҙналыҡтың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде.
* * *
Светлана Мәрүәрова 1964 йылдың 7 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районының Таҫҡаҡлы ауылында тыуған. Юғары белемле - Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1982 йылда Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы халыҡ мәғариф бүлеге үҙәкләштерелгән бухгалтерияһында өлкән бухгалтер булып башлай.
1983-1994 йылдарҙа - БАССР Финанс министрлығының баш бухгалтерияһында ревизор-инспектор, өлкән ревизор-инспектор, төп иҡтисадсы, баш бухгалтер-эксперт. 1994 йылдан 1996 йылға тиклем - Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығы федераль ҡаҙналығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы баш бухгалтеры. 1996-1998 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығы баш бухгалтеры урынбаҫары. 1998-2005 йылдарҙа Федераль ҡаҙналыҡтың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары, баш бухгалтеры булып эшләй. 2005 йылдан 2007 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының бюджет бүлеге начальнигы урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы бюджетын үтәү бүлеге начальнигы була.
2007 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы финанс министры урынбаҫары булып эшләгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика