10:13 (UTC+5), 18 Марта 2009

Раил Сарбаев республика профактивы менән осрашты

Марина Шумилова
БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Өфөләге Профсоюздар йортонда республика профактивы менән осрашты. Осрашыуҙа Башҡортостандағы социаль-иҡтисади хәлгә, эшһеҙлек проблемаларын хәл итеүгә, көрсөккә ҡаршы сараларға ҡағылышлы мәсьәләләр тикшерелде.
БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов хәҙерге көрсөк хәлендә республика йәмәғәт ойошмаһы менән бындай тура диалогтың айырыуса мөһим булыуын билдәләне.
Республиканың 2008 йылдағы иҡтисади үҫешенә ҡыҫҡаса йомғаҡ яһап, Раил Сарбаев донъя иҡтисади көрсөк эҙемтәләре тыуҙырған проблемаларға иғтибар йүнәлтте. Бөгөн төп бурыс - хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште контролдә тотоу. Премьер-министр, көрсөк шарттарында республикала ситтән килеүселәрҙең хеҙмәтен файҙаланыу иҡтисади яҡтан дөрөҫ түгел, хәл миграция квоталарын кәметеүҙе талап итә - быйыл 29 меңгә тиклем, тип билдәләне.
Хөкүмәт башлығы агросәнәғәт комплексына артабан да дәүләт ярҙамы күрһәтеү кәрәклеген айырып билдәләне - былтыр ғына был ярҙам 1,5 тапҡырға арттырылып, һигеҙ миллиард һум самаһы тәшкил иткән.
Раил Сарбаев, һәр сәйәсәттең һәм эштең өҫтөнлөгө булып кеше торорға тейеш, тине. Президент Хөкүмәт алдына ошондай бурыс ҡуя.
- Һәр районда мәғлүмәттәр банкыһы булдырырға кәрәк. Унда имен булмаған ғаиләләр, ауыр хәлгә тарыған ғаиләләр айырып билдәләнергә тейеш. Етәкселеккә ҡайҙа һәм ҡасан ниндәй ярҙам күрһәтелергә тейешлеген белергә кәрәк, - тине Премьер-министр.
Әңгәмә барышында Хөкүмәт башлығы торлаҡ проблемаһына, торлаҡ алыу мөмкинлеген тәьмин итерлек сараларға айырым туҡталды. Шулай уҡ халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлау, республика һаулыҡ һаҡлау объекттарына ярҙам күрһәтеү, уҡытыусыларҙың эш хаҡы кеүек мәсьәләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Тармаҡ профсоюздарының республика комитеттары рәйестәре Премьер-министрға әлеге хәлдә хеҙмәтсәндәрҙең социаль хоҡуҡтарын күҙәтеүгә ҡағылышлы байтаҡ һорауҙар бирҙе. Уларҙың күбеһен Премьер-министр иғтибарға алды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика