10:21 (UTC+5), 18 Марта 2009

Өфөлә Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үткәрелә

Марина Шумилова
20 мартта Өфөлә, Конгресс-холда, Башҡортостан Совет автономияһы төҙөлөүҙең 90 йыллығына арналған "Рәсәй федерализмы тарихында һәм сәйәси практикаһында милли-дәүләт берләшмәләре" Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Уны ойоштороусылар - БР Президенты Хакимиәте һәм БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы. Ғилми форумда федераль һәм төбәк дәүләт власы һәм идаралыҡ органдары вәкилдәре, ғалимдар, йәмәғәт берләшмәләре активистары ҡатнашасаҡ.
Пленар һәм секция ултырыштарында конференцияла ҡатнашыусылар Рәсәйҙең күп милләтле Евразия державаһы булараҡ аяҡҡа баҫыуында милли-дәүләт берләшмәләренең әһәмиәтен, хәҙерге заман федерализмы тарихын һәм хоҡуҡи нигеҙҙәрен, Үҙәк һәм Федерация субъекттары араһында бюджет-ара федерализм һәм социаль яуаплылыҡты сикләү проблемаларын, сәйәси системаны ойоштороуҙың федералистик принциптарын үҫтереүҙә күп милләтле Рәсәй халҡының этно-мәҙәни ҡиммәттәре ролен һәм был теманың башҡа бик күп аспекттарын тикшерәсәк.
Конференция сиктәрендә "Рәсәй Федерацияһында милли-дәүләт берләшмәләренең үҫеш тарихы", "Рәсәй Федерацияһында хәҙерге заман федератив мөнәсәбәттәр практикаһы", "Рәсәй федерализмының аяҡҡа баҫыуында һәм үҫешендә граждандар йәмғиәте институттарының роле" темаларына түңәрәк өҫтәлдәр үткәреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика