12:30 (UTC+5), 16 Марта 2009

Республика Хөкүмәтендә мәшғүллек проблемаларын тикшерҙеләр

БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте
13 мартта БР Хөкүмәте Йортонда мәшғүллек үҙәктәре директорҙары ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһы халҡын эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү буйынса Координацион комитеттың сираттағы ултырышы булып үтте.
- Быйыл мәшғүллек хеҙмәте органдарына икеләтә яуаплылыҡ йөкмәтелә, - тип мөрәжәғәт итте йыйылыусыларға Координацион комитет рәйесе, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов. - Кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса белгестәргә ике программа документын һөҙөмтәле тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итергә кәрәк. Былар - "2007-2009 йылдарға БР халҡын эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү программаһы" һәм "Хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһы". Өҫтәмә саралар программаһы даими төҙәтелеп торорға тейеш.
Сараларҙы (алдан икенсе һөнәргә өйрәтеү, йәмәғәт эштәрен ойоштороу, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм үҙеңде эш менән тәьмин итеү) тормошҡа ашырыуға средстволар киләһе аҙнанан килә башларға тейеш. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, программаны финанслау суммаһы 575 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.
Ултырышта билдәләнеүенсә, мәшғүллек үҙәктәре эш биреүселәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә тейеш, беренсе сиратта, буш эш урындары банкын формалаштырыу һәм предприятиеларҙы талап ителгән кадрҙар менән комплектлау мәсьәләләрен хәл иткәндә.
- Әгәр эш урындары юҡ икән, уларҙы булдырырға кәрәк, - тип саҡырҙы Фидус Ямалетдинов. - Өҫтәмә саралар программаһы беҙгә бындай мөмкинлектәр бирә. Мәсьәләне дөрөҫ ҡуйғанда ауылда эшһеҙлек бөтөнләй булмаҫҡа тейеш.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика