12:25 (UTC+5), 16 Марта 2009

Президент Урал аръяғында булып ҡайтты

Елена Макушина
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов 14 мартта Урал аръяғы райондары буйлап эш сәфәрендә йөрөп ҡайтты.
Баймаҡ районында ул агросәнәғәт секторындағы эштәр торошо менән танышты: Күлтабан ауылында 1280 баш һыйыр малына иҫәпләнгән һөтсөлөк фермаһы, Әбделкәрим ауылында мәҙәни-белем биреү комплексы төҙөлөшөн, Урғаҙы ауылында реконструкцияланған ауыл хужалығы техникумын ҡараны.
Хәйбулла районында Мортаза Рәхимов социаль объекттарҙа - Аҡъярҙа үҙәк район дауаханаһында, Йәнтеш ауылы мәктәбендә, "Һаҡмар" шифаханаһында, Бүребай ауылы мәктәбендә булды.
Йылайыр районында ла уның иғтибарын дөйөм белем биреү объекттары - район үҙәгендәге Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы һәм мәктәп - йәлеп итте.
Ейәнсура районында республика башлығы Иҫәнғол ауылындағы бассейн төҙөлөшө менән танышты.
Эш сәфәрендә уны БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин оҙатып йөрөнө.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика