12:40 (UTC+5), 11 Март 2009

Наркоконтроль органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

IMPORT Сервисный
Республика Президенты Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы коллективын 11 мартта билдәләнгән Наркоконтроль органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:
"Ҡәҙерле дуҫтар!
Рәсәй Федерацияһы Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы коллективын һөнәри байрам - Наркоконтроль органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!
Илдең киләсәге һәм милләттең сәләмәтлеге, уларҙы наркоһөжүмдән ышаныслы һаҡлау күп яҡлап һеҙҙең эҙмә-эҙлекле, һөҙөмтәле эшегеҙгә бәйле. Шуныһы ҡыуаныслы: алты йыллыҡ эшмәкәрлек осоронда һеҙҙең идаралыҡ наркотиктар әйләнешенә контроль өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, наркотиктар менән бәйле енәйәтселеккә ҡаршы көрәштең өр-яңы системаһын ойоштороу буйынса ҙур эш башҡарҙы.
2005 йылда Наркоманияны, эскелекте һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы сиктәрендә комплекслы саралар программаһын тормошҡа ашырыу Башҡортостанда наркотиктарға ҡаршы эшмәкәрлеккә мөһим этәргес бирҙе. Иҫкәртеүҙе ойоштороу буйынса 2007 йылда республикабыҙҙың илдә иң яҡшы төбәк тип танылыуы, шулай уҡ Рәсәй наркотиктар әйләнешенә конроль буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының 2008 йылда Волга буйы округында оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды яулауы - ошо дөйөм тырышлыҡтың емеше ул.
Рәсәй Федерацияһы Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә йөкмәтелгән яуаплы бурыстарҙы артабан да лайыҡлы үтәр, тип ышанам.
Һеҙгә хеҙмәтегеҙҙә яңы уңыштар һәм именлек теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов".
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика