13:00 (UTC+5), 10 Марта 2009

Архивтар көнө менән!

IMPORT Сервисный
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов архив хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:
"Башҡортостан Республикаһы архивтарының хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Архивтар көнө менән ҡотлайым!
Рәсәй архивсылары үҙҙәренең һөнәри байрамын 1720 йылдан бирле билдәләй. Уға, Рәсәйҙә тәүге дәүләт акты - илдә дәүләт идараһын ойоштороу нигеҙҙәрен билдәләүсе һәм барлыҡ дәүләт органдарында актуариус (архивариус) тигән дәүләт вазифаһын индереүсе "Генераль регламент йәки Устав"ҡа ҡул ҡуйып, Петр I башланғыс һалды.
Архивтар илдең документаль тарихын, кеше яҙмыштары тарихын һаҡлай. Архив материалдарына тикшеренеүсе ғалимдар, аспиранттар, студенттар, шулай уҡ тарихты яратыусылар, тамырҙары, туғандарының яҙмыштары менән ҡыҙыҡһыныусылар, тарихи документтарҙы тергеҙергә теләүселәр мөрәжәғәт итә.
Архив хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте күп һанлы асыштар менән билдәләнә. Һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙҙән башҡа тарихи хәҡиҡәтте билдәләү, объектив тарих булдырыу мөмкин түгел. Һеҙ халҡыбыҙҙың тарихи иҫтәлеген һаҡлайһығыҙ, илдә граждандар йәмғиәтен формалаштырыуҙа әүҙем ҡатнашаһығыҙ.
Архивтарҙың барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге һәм еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимов".
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика