12:32 (UTC+5), 06 Августа 2026

Радий Хәбиров илебеҙ медиктарына Башҡортостанда медицина үҫеше хаҡында һөйләне

6 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Медицинала лидерлыҡ: төбәк һаулыҡ һаҡлау системаларына идара итеү» программаһының өсөнсө модулендә ҡатнашыусылар менән осрашты.

Фото: Олег Яровиков | Башинформ
Инсаф Хужабирганов
Азат Ғиззәтуллин

Сара «Рәсәй — мөмкинлектәр иле» президент платформаһының айырым бүлеге булған «Сенеж» идара итеү оҫтаханаһы менән берлектә үткәрелә.

«Илебеҙ бик ҙур, күп яҡлы, һәр төбәктең үҙенсәлекле яҡтары һәм ҡыҙыҡлы әйберҙәре булыуына иманым камил. Республикабыҙ хаҡында һүҙ алып барғанда, был ысынлап та милли составы, структураһы һәм башҡа бик күп күрһәткестәр буйынса бик ҡыҙыҡлы төбәк. Шуға күрә, мин һеҙгә ҡайһы бер әйберҙәрҙе ҡарап сығыу файҙалы булыр ышанам.
Халыҡтың күп өлөшө — 1,5 миллион кеше ауыл ерендә йәшәй. Тимәк, был ҙур беренсел медицина ярҙамы селтәре: фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм табип амбулаториялары. Ауылдарҙа 2 меңдән ашыу ФАП эшләй. Беҙ уларҙың күбеһен яңырттыҡ: 600-ҙән ашыу яңы ФАП төҙөнөк. Беҙ барыһын да бер һанлы селтәргә тупланыҡ. Был бик мөһим һәм ҡатмарлы йүнәлеш, шуға күрә был тәжрибә һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы булыр тип ышанам.
Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы өсөн Президентыбыҙға, һаулыҡ һаҡлау министрлығына ысын мәғәнәһендә рәхмәтлебеҙ. Уның ярҙамында беренсел медицина ярҙамы звеноһы инфраструктураһын тулыһынса тиерлек яңыртыуға өлгәштек. Былтыр беҙ алты яңы клиника төҙөнөк. Республика ҡаҙнаһынан баш ҡалабыҙҙа беренсел звеноны яңыртыу программаһы ҡабул ителде. Һәм йыл һайын ҙур күләмдә аҡса бүләбеҙ. Хәҙер, аңлашыла, барыһы ла ябай түгел, әммә мөмкинлектәр табырға тырышабыҙ. Тағы ла бер ҡыҙыҡлы тәжрибә — „Сәләмәтлек поездары“. Тәжрибәле табиптар бер айға райондарға сәфәргә сыға һәм ауылдарҙа пациенттарҙы ҡабул итә.
Һеҙгә беҙҙең эре дауаханаларҙың эше менән танышыу мөмкинлеге буласаҡ. Иртәгә Бөрөләге беҙҙең алдынғы медицина колледждарының береһенә барасаҡһығыҙ, ул республика һәм «Профессионалитет» программаһы ярҙамында яңыртылды. Беҙ һуңғы өс-дүрт йылда медицина колледждарына ҡабул итеү урындарын ике тапҡырға арттырҙыҡ.
Тағы ла беҙҙең ҡыҙыҡлы туристик урындарҙы ҡарап сығырһығыҙ тип ышанам. Беҙ һеҙҙе Башҡортостандың матурлығы, мәҙәни ҡиммәттәре, төрлөлөгө менән таныштырырға әҙербеҙ. Уҡыуығыҙ уңышлы үтһен», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Олег Яровиков Башинформ
Олег Яровиков Башинформ
Олег Яровиков Башинформ
Олег Яровиков Башинформ
Олег Яровиков Башинформ
Олег Яровиков Башинформ
Олег Яровиков Башинформ
Олег Яровиков Башинформ
Олег Яровиков Башинформ
Олег Яровиков Башинформ
Олег Яровиков Башинформ
Олег Яровиков Башинформ
Фото: Олег Яровиков | Башинформ
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика