19:25 (UTC+5), 31 Июля 2026

Башҡортостан табиптары организмдың төп «фильтрын» нисек һаҡларға кәрәклеге хаҡында һөйләне

Фото: Айгөл Хәйертдинова | республиканың СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәге
Галина Бахшиева

27 июлдән 2 авгусҡа тиклем Рәсәйҙә Бауыр ауырыуҙарын иҫкәртеү аҙналығы үткәрелә — ул йыл һайын 28 июлдә билдәләнгән Бөтә донъя гепатитҡа ҡаршы көрәш көнөнә арнала.

Республиканың СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәгендә белдереүҙәренсә, иҫтәлекле дата осраҡлы һайланмаған. Тап ошо көндә Нобель премияһы лауреаты, В гепатиты вирусын асҡан профессор Барух Самюэль Блумберг тыуған.  

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һәм Халыҡ-ара гепатитҡа көрәш альянсы башланғысы менән 2011 йылдан Бөтә донъя гепатитҡа ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Күләмле кампанияның төп маҡсаты — ошо сир тураһында мәғлүмәт биреү, бауыр ауырыуҙарын иҫкәртеүҙә һәм дауалауҙа реаль үҙгәрештәргә булышлыҡ итеү.

Бауырға ниндәй хәүеф янай һәм нисек быға юл ҡуймаҫҡа

«Бауыр ауырыуҙарының төп сәбәптәре – вирус инфекциялары, алкоголь менән ағыуланыу һәм метаболизмдың боҙолоуы. Беренсел иҫкәртеү баланслы туҡланыуҙы, тән ауырлығын контролдә тотоуҙы һәм хәмер ҡулланыуҙы сикләүҙе үҙ эсенә ала. В гепатитына ҡаршы вакцинация ла мөһим роль уйнай. Был бауырҙы ҡаҡшатыусы йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеүҙең ышаныслы сараһы булып тора. Патологияларҙы иртә асыҡлау өсөн даими рәүештә анализдар тапшырырға һәм ультратауыш тикшереүе үтергә тәҡдим ителә», — тип һөйләне СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең ойоштороу-методика бүлеге мөдире, табип-эпидемиолог Айгөл Хәйертдинова.

Һуңғы йылдарҙа бауырҙы май үреү сире (алкоголгә бәйле булмаған) проблемаһы айырыуса көнүҙәк. Был күп осраҡта һимереү осраҡтарының артыуына бәйле. Төп иҫкәртеү саралары – дөрөҫ туҡланыу һәм физик әүҙемлек. Шулай уҡ алкоголгә бәйле булған бауыр ауырыуы проблемаһы ла етди булып ҡала. Шуны иҫтә тотоу мөһим: алкоголдең хәүефһеҙ дозаһы юҡ.

Вируслы гепатиттар: үҙенсәлектәре һәм хәүефтәре

В, C һәм D вируслы гепатиттарына айырыуса мөһим иғтибар бирелә:

В гепатиты – бауырҙы ҡаҡшатыусы ауыр инфекция. Ҡан, енси бәйләнеш аша һәм әсәнән балаға күсә. Ышаныслы һаҡланыу сараһы – Милли прививкалар календары сиктәрендә бушлай үткәрелгән вакцинация.

D гепатиты – үҙенсәлекле «вирус‑паразит». Ул В гепатиты вирусы булғанда ғына үрсей ала. Был инфекциялар икеһе бергә бауырҙы ныҡ зарарлай.

C гепатиты үҙен белдереп бармай, шуға күрә уны «яғымлы үлтереүсе» тип атайҙар. Күптәрҙә сир хроник формаға күсә. Ҡан аша йоҡтороуҙың төп юлы: стериль булмаған инструменттар ҡулланғанда, шул иҫәптән татуировка, пирсинг, косметологик процедуралар, маникюр йәки педикюр яһатҡан ваҡытта зарарланыу хәүефе бар. Көнкүрештә лә йоҡторорға мөмкин, мәҫәлән, бритваны йәки маникюр кәрәк-яраҡтарын бергә ҡулланғанда. Шулай уҡ вирус енси юл менән һәм инфекцияланған әсәнән сабыйға күсергә мөмкин.

Шул уҡ ваҡытта бөгөн C гепатиты – дауалап була торған ауырыу. Хәҙерге заман вирусҡа ҡаршы препараттары организмда вирусты тулыһынса юҡ итергә мөмкинлек бирә. Әммә дауалауҙы табип ҡына тәғәйенләргә тейеш – терапияның бик күп үҙенсәлектәре бар.

Башҡортостанда C гепатитын дауалау

Башҡортостанда хроник вируслы С гепатитын СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгендә федераль төбәк бюджеты аҡсаһы иҫәбенә дауалайҙар. Тәғәйенләнгән терапияның һөҙөмтәлелеге 98% етә. Пациенттарҙы амбулатор шарттарҙа дауалау эше «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты составына ингән «С гепатиты менән көрәш һәм был ауырыуҙың таралыу хәүефен кәметеү» федераль проекты сиктәрендә алып барыла.

«Ыңғай ВИЧ статусы булмаған Рәсәй граждандары СПИД-ты иҫкәртеү буйынса республика үҙәгендә хроник С гепатитын бушлай дауалай ала. Бының өсөн табип-инфекционистан йүнәлтмә һәм башҡа документтар кәрәк», — тине Айгөл Хәйертдинова.

Бауырҙың сәләмәтлеген һаҡлау өсөн ябай ҡағиҙәләр

Бауыр сәләмәт булһын өсөн дөрөҫ туҡланыу, физик яҡтан әүҙем булыу һәм ваҡытында вакцинация яһатыу мөһим.

«Даими диагностика проблемаларҙы иртә стадияларҙа асыҡларға ярҙам итә, уларҙы хәл итеү күпкә еңелерәк. Бауыр ауырыуҙарын иҫкәртеү аҙналығында шуны иҫкәртеү мөһим: һаулыҡ тураһында хәстәрлек — бер тапҡыр ғына түгел, ә эҙмә-эҙлекле һәм аңлы башҡарылған ғәмәл», — тип йомғаҡ яһанылар Республиканың СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәгендә.
Айгөл Хәйертдинова | республиканың СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәге
Фото: Айгөл Хәйертдинова | республиканың СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәге
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика