12:54 (UTC+5), 13 Июля 2026

Радий Хәбиров республика табиптарының эшен тәнҡитләне

Фото: скрин | Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһенең тура трансляцияһы
Инсаф Хужабирганов

Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика табиптарының эшен тәнҡитләне. 

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта тупаҫ табиптарҙы осратырға тура килә. Был хаҡта туғандарҙан, таныштарҙан ишетәм. Халыҡ ваҡытында медицина ярҙамы ала алмай. Беҙ һаулыҡ һаҡлау инфраструктураһына ҙур өлөш индерҙек. Һәм беҙ тармаҡта эшләүселәр тарафынан ыңғай һөҙөмтәләр көтәбеҙ. Һеҙ беләһегеҙ, мин табиптарға, шәфҡәт туташтарына ҡарата йылы һүҙҙәремде йәлләмәйем. Әммә бындай осраҡтарға юл ҡуйырға ярамай», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе БР Башлығы хакимиәтенең социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковскаяға был проблеманы айырым ҡарарға ҡушты. Хәҙер һәр дүшәмбе һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин оператив кәңәшмәлә медицина хеҙмәткәрҙәренең эш сифаты хаҡында доклад яһарға тейеш буласаҡ.

«Һорауҙарҙы туранан-тура ошонда министрға бирергә кәрәк, ә ул үҙ сиратында муниципалитет башлығына еткерергә тейеш. Был министрҙың, район башлығының һәм баш табиптың яуаплылығында, — тип белдерҙе Радий Хәбиров. —  Аңлайым, бәлки, кешенең кәйефе булмаҫҡа мөмкиндер. Әммә насар кәйефте өйҙә ҡалдырығыҙ. Һәм кешеләр менән мөғәмәллә итегеҙ. Юғиһә тура эфирҙа баш табиптарҙы эштән ебәрә башлаясаҡмын».

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика