05:00 (UTC+5), 24 Июня 2026

Башҡортостан табиптары ВИЧ-инфекциялы әсәләрҙең һау-сәләмәт бала табыуҙары хаҡында һөйләне

Әгәр әсә ВИЧ-сирле икән, инфекция уның ҡарынындағы балаға ла йоғорға мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сирҙең дауаһы юҡ.

Фото: Олег Яровиков
Инсаф Хужабирганов
Галина Бахшиева

Барыһына ла билдәле: «Һәр ауырыуҙы алдан иҫкәртеү яҡшы», әлеге осраҡҡа был хәҡиҡәт тура килеп тора. ВИЧ-сирле әсәнән ҡарындағы бала инфекция йоҡмаһын өсөн нимә эшләргә, нимәгә иғтибар итергә кәрә — ошо һорауҙарға яуапты «Башинформ» материалында алырһығыҙ.

БАЛАҒА НИСЕК ЙОҒОРҒА МӨМКИН?

Хәүефле вирус өс этаптың теләһә ҡайһыһында йоғоуы мөмкин: йөклөлөк ваҡытында (плацента аша), бала тапҡанда йәки баланы имеҙгәндә, тип аңлаттылар «Башинформ» агентлығына республиканың СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәгендә.

Олег ЯровиковОлег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Әйҙәгеҙ, ВИЧ-инфекция менән зарарланыуҙың һәр этабын ентекләберәк ҡарайыҡ. Шулай итеп, был нисек килеп сығырға мөмкин?

— йөклөлөк ваҡытында (ҡарында ). Вирус плацента аша үтергә мөмкин, бигерәк тә плацента ялҡынһынһа йәки зыян күрһә, ВИЧ-инфекцияны дауалау туҡтатылған осраҡта. Әйткәндәй, сир күбеһенсә йөклөлөктөң һуңғы осоронда йоға.

— бала табыу ваҡытында Был мәлдә сир менән зарарланыу хәүефе иң юғарыһы. Инфекция сабыйға әсәнең ҡаны йә бүлендектәре аша йоғорға мөмкин.

— бала тапҡандан һуң. Имеҙгән ваҡытта ла ВИЧ-инфекция йоҡтороу хәүефе һаҡлана, сөнки сирле әсә һөтөндә иммун дефициты вирусы була.

ВИЧ-ИНФЕКЦИЯНЫ ИҪКӘРТЕҮ ҺӘМ УНЫ ЙОҠТОРОУ ХӘҮЕФЕН КӘМЕТЕҮ

«Заманса медициналағы комплекслы иҫкәртеү саралары ярҙамында әсәнән балаға ВИЧ-инфекция күсеү хәүефен тулыһынса тиерлек кәметергә мөмкин», — ти республиканың СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәгенең баш табибы һәм БР һаулыҡ һаҡлау министрлығының ВИЧ буйынса баш белгесе Айгөл Ғәлиева.

Олег ЯровиковОлег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Әле бының өсөн өс өлөштән торған иҫкәртеү программаһы булдырылған. Был тәү сиратта ретровирусҡа ҡаршы терапияны үҙ эсенә ала. Ябай итеп әйткәндә, йөклөлөк осоронда һәм баланы тапҡан ваҡытта ВИЧ-ҡа ҡаршы махсус дарыуҙар эсеү.

Сабыйҙы өҙлөгөүһөҙ табып алыу ҙа мөһим. Бала табыу юлын акушер-гинеколог билдәләй. Хәҙерге шарттарҙа тәбиғи юл менән табыу мөмкинлеге бар. Бурыс — мөмкин тиклем сабыйҙы әсәнең ҡанынан араларға тырышыу.

Иҫкәртеүҙең өсөнсө өлөшө — баланы имеҙеүҙән тулыһынса баш тартыу. Яңы тыуған сабыйҙарға хатта даими дауаланғанда ла тик яһалма ҡатнашмалар бирелә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәйҙә йөклө ҡатындарҙың барыһы ла ВИЧ-инфекцияға ике тапҡыр — теркәлгән ваҡытта һәм йөклөлөктөң 28-се — 32-се аҙнаһында тикшерелә. Өҫтәмә тикшереү буласаҡ әсә психоактив матдәләр ҡулланған осраҡта, йә ВИЧ-сирле ир-егет менән енси бәйләнешкә инһә, йә ауырлы ҡатындың енси партнеры ВИЧ-инфекцияға анализ тапшырмаған осраҡта тәғәйенләнә.

«Йөклө ҡатындың енси партнеры ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бүлегендә теркәлгән ваҡытта тикшерелә. Был бик мөһим аҙым, бигерәк тә ир кеше күптән ВИЧ-ҡа тикшерелмәгән булһа», — тип аңлаттылар республиканың СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәгендә.

Олег ЯровиковОлег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялы ҡатындар менән йөклөлөктө планлаштырыу һәм уны алып барыу ҡәтғи регламентлана һәм балаға инфекция йоғоу хәүефен кәметеүгә йүнәлтелгән. Төп маҡсат — вирус йөкләнешенең билдәһеҙ кимәленә өлгәшеү, сөнки был сабыйҙы зарарлау һәм ВИЧ-инфекция таралыу ихтималлығын кәметә.

Башҡортостанда был эштәрҙең төп координаторы булып республиканың СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәге сығыш яһай. Ул Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 18 адресы буйынса урынлашҡан. Үҙәктең район-ара бүлексәләре Сибай, Күмертау, Белорет, Стәрлетамаҡ ҡалаларында эшләй. Был бик уңайлы, квалификациялы ярҙамды Өфөлә генә түгел, йәшәгән урын буйынса филиалдарҙа алырға мөмкин.

«Бөтә ерҙә лә квалификациялы белгестәр эшләй. Улар йөклөлөктө планлаштырыу һәм ВИЧ-инфекцияны перинаталь юл менән йоҡтороуҙы иҫкәртеү буйынса комплекслы ярҙам күрһәтә. Инфекционистар һәм акушер-гинекологтар дауалау юлын һайлай һәм ҡатын-ҡыҙҙарға һау-сәләмәт бала табырға ярҙам итә, — тип белдерҙе Айгөл Ғәлиева. — Шуны ла өҫтәп әйткем килә: Башҡортостанда ВИЧ-инфекцияны әсәнән балаға йоҡтороу хәүефен кәметеү буйынса ыңғай һөҙөмтәләр күрәбеҙ. Беҙ иртә диагноз ҡуйыу, ретровирусҡа ҡаршы терапия һәм яҡшы медицина күҙәтеүе ярҙамында сирҙе йоҡторған балалар һанын кәметеүгә һәм ғаиләләргә һау-сәләмәт бәпестәр табыу мөмкинлеген биреүгә өлгәштек».
Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика