Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.03
-0.24
90.98
-0.32
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Медицина
14 Ғинуар , 09:18

2026 йылда мотлаҡ медицина страховкаһы системаһы бер кешене дауалауға 25 мең һум йүнәлтә

Был уҙған йылға ҡарағанда 2,5 мең һумға тиерлек күберәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Мотлаҡ медицина страховкаһы программаһы буйынса бер кешене дауалауҙы финанслау 25 мең һумға яҡынлашты. Был хаҡта ТАСС граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеүҙең дәүләт гарантиялары программаһына һылтанып хәбәр итә.

«Мотлаҡ медицина страховкһы аҡсаһы иҫәбенә мотлаҡ медицина страховкаһының төп программаһын финанслауға (бер кеше өсөн) 2026 йылда — 24 922,9 һум», — тиелә документта.

Былтыр финанслау күләме страховкаланған һәр гражданға 22,5 мең һум самаһы тәшкил иткән. Сумманы арттырыу медицина хеҙмәттәре сифатын күтәреүгә һәм халыҡҡа медицина ярҙамы алыу мөмкинлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

https://www.bashinform.ru/news/medicine/2026-01-14/v-2026-godu-oms-napravit-na-lechenie-odnogo-cheloveka-poryadka-25-tysyach-rubley-4536220

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас