



1 октябрҙә Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусында булды. Дөйөм майҙаны яҡынса 32 мең квадрат метрлыҡ күп ҡатлы бина 2019 йылдың июлендә төҙөлә башлағайны. Бында диагностика кабинеттары менән ҡабул итеү бүлеге, поликлиника, реанимация менән 10 операция блогы, рентгенохирургия һәм кардиохирургия бүлексәләре, стерилләштереү комплексы, административ блок һәм дарыухана-бүлеү пункты урынлашҡан. Объекттың хаҡы 10,7 миллиард һум тәшкил иткән, аҡса Башҡортостан бюджетынан бүленгән.
Кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева әйтеүенсә, республикала белгестәр йыл һайын 100 меңгә яҡын кешегә консультация бирә, стационарҙа 14 мең пациент дауалана. Табиптар алты мең асыҡ операция, шулай уҡ ҡан тамырҙарына дүрт мең операция яһай.
Яңы ҡорамалдар Өфөлә гибридлы операциялар яһарға һәм яңы ысулдар индерергә мөмкинлек бирәсәк. Мәҫәлән, лазер технологиялары ярҙамында аортаға ҡатмарлы операциялар эшләргә. Ә яңы корпуста асылған рентгеногибридлы операция бүлмәһе республикала берәү генә.
«Республика етәкселегенең ҙур ҡатнашлығы күренә. Радий Фәрит улы республика етәксеһе итеп тәғәйенләнгәс тә үҙәк төҙөлөшөн башлау бурысы йөкмәтте. Бында ҡулланылған ҡорамалдарҙың, технологияларҙың кимәле хайран ҡалдыра. Артабан да уңыштар теләйем», – тип яуапланы Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле журналистарҙың һорауҙарына.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы 10 йылда төбәктә ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан үлем күрһәткесе 22% кәмегән. 2015-2024 йылдарҙа йөрәктең ишемия ауырыуынан үлем күрһәткесе – 31%, миокард инфарктынан иһә 26% түбәнәйгән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.