07:36 (UTC+5), 24 Сентябрь 2025

Башҡортостанда табиптар өсөн яңы вакансиялар аталды

Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте
Инсаф Хужабиргәнов

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында табиптар өсөн яңы вакансиялар баҫтырып сығарҙы. Министр вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуҡов вакантлы вазифалар исемлегенә үҙгәрештәр индергән бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Документта әйтелгәнсә, республика райондарының һәм ҡалаларының медицина учреждениеларында участка терапевтары һәм фельдшерҙары етмәй. Бынан тыш, дауаханаларҙа ультратауыш диагностикаһы табиптары, стоматологтар, балалар хирургтары, эпидемиологтар, наркологтар һәм акушерҙар талап ителә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ауыл еренә эшкә ҡайтҡан табиптарға — 1-1,5 миллион һум, фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтарына 500-750 мең һум аҡса түләнә. Был түләүҙәр 10 йыл элек башланған «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаларында ҡаралған. Әле 65 меңгә яҡын медицина хеҙмәткәре түләүҙәрҙән файҙаланған да инде. Президент инициативаһы буйынса ике программа ла 2030 йылға тиклем оҙайтылды.

https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-09-23/v-bashkirii-nazvali-novye-vakansii-dlya-medikov-4399432

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика