10:08 (UTC+5), 21 Августа 2025

«Башинформ» — «Медицина и профсоюз» журналистар конкурсы еңеүсеһе

Конкурс икенсе тапҡыр уҙҙы, уны Башҡортостандың Журналистар союзы булышлығында Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы ойошторҙо.

Фото: Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова

21 августа Өфөлә, Профсоюздар йортонда конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Ижади ярышта медицина хеҙмәткәрҙәренең һәм профсоюз ойошмаларының эшен, һаулыҡ һаҡлау системаһында кадрҙар ярҙамы мәсьәләләрен яҡтыртҡан, тармаҡта эшләгән кешеләр тураһында яҙған журналистар ҡатнашты. Мәғлүмәт агентлыҡтары, республика һәм урындағы телекомпаниялар, баҫма матбуғат, милли телдәрҙәге баҫмаларҙың материалдары тәҡдим ителде.

Бөтәһе 43 ғариза килде, 25 баҫмала донъя күргән 264 мәҡәлә баһаланды.

«Башинформ» «Иң яҡшы мәғлүмәт агентлығы» номинацияһында еңеүсе тип билдәләнде. Агентлыҡ журналисы Эдуард Ҡусҡарбәков конкурстың «Медиктар — МХО геройҙары» номинацияһында еңеү яуланы.

Шулай уҡ конкурста «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы, Сибай телерадиотапшырыуҙар студияһы, «Башҡортостан», «Ҡыҙыл таң», «Яңауыл таңдары», «Ҡыҙыл шишмә», «Стәрлетамаҡ эшсеһе», «Салауат ерендә» гәзиттәре еңеүсе булды. «Иң яҡшы махсус репортаж», «Профсоюз ойошмаларын иң яҡшы яҡтыртыу», «Еңеүгә 80 йыл» номинацияларында иң яҡшы эштәр билдәләнде.

«Мин һеҙгә материалдарығыҙҙа табиптарыбыҙҙың ыңғай имиджын булдырыуығыҙ өсөн рәхмәтлемен. Беҙ һеҙҙең менән бергә табип һөнәренең абруйын күтәреү өҫтөндә эшләргә тейешбеҙ. Сөнки был иң лайыҡлы һәм абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе булып тора. Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 70 меңдән ашыу кеше эшләй. Махсус хәрби операция биләмәһендә лә Башҡортостан табиптары тураһында ыңғай фекерҙәр», — тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-08-21/bashinform-stal-pobeditelem-zhurnalistskogo-konkursa-meditsina-i-profsoyuz-4356511

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика