Республика СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгенең диспансер күҙәтеү һәм дауалау бүлеге мөдире, табип-инфекционист Лариса Хәкимйәнова – булмышы менән ысын табип, сөнки уның медицинаға һөйөүе бала сағынан уҡ килә. Йыл һайын июнь айында билдәләнгән Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе Лариса Хәкимйәнова менән һөнәр һайлау, хәҙерге шарттарҙа эшләү, ВИЧ-инфекциялы сирлеләр менән бәйләнеш булдырыуҙың мөһимлеге һәм, әлбиттә, СПИД үҙәге табиптарына психолог булырға кәрәклеге хаҡында һөйләште.
— Лариса Владимировна, ни өсөн һеҙ, мәҫәлән, уҡытыусы, агроном йәки төҙөүсе түгел, ә табип һөнәрен һайланығыҙ? Һөнәр һайлағанда нимә йоғонто яһаны?
— Табип һөнәренең нескәлектәре һәм үҙенсәлектәре миңә бала саҡтан уҡ таныш. Ата-әсәйем дә табип. Атайым – психиатр, невролог, әсәйем — хирург, травматолог. Бала сағымда әсәйем менән төнгө стационарҙа дежурға ҡала инем. Бала сағымда хирург та, акушер-гинеколог та, педиатр ҙа булырға хыялландым, шуға күрә һөнәр һайлау бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырманы.
— Табиплыҡҡа уҡыу – бик оҙаҡ һәм ауыр, тиҙәр. Бының менән килешәһегеҙме? Һеҙҙең уйығыҙса, табип һөнәрен һайлаған кеше ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
— Уҡыуы ысынлап та еңел түгел. Мәҫәлән, түбәнге курстарҙа беҙ химияның өс төрөн, юғары математиканы, физиканы өйрәндек, ә махсус предметтарҙа кеше тәнендәге һәр ҡан тамырын йәки нервыны йәки ҡан күҙәнәген генә түгел, ә уның ҡайҙа урынлашҡанын, функцияларын, нормаларын, индивидуаль үҙенсәлектәрен, теге йәки был функцияның боҙолоуы ниндәй патологияға сәбәпсе булыуын белергә кәрәк ине. Дарыуҙар һәм дауалау ысулдары тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.
Мәҫәлән, бауырҙы ғына алып ҡарайыҡ. Ул 500-гә яҡын функцияны башҡара. Уларҙың һәр ҡайһыһының боҙолоуы организмдағы һәр ағзаның тиерлек эшмәкәрлегенә йоғонто яһай һәм сиргә килтереүе ихтимал. Шуға күрә организмдағы патологик процестарҙы асыҡлау һәм пациентты дөрөҫ дауалау өсөн һәр табипҡа тәрән белемле булырға кәрәк.
— Карьерағыҙ нисек дауам итте?
— Юғары курстарҙа уҡығанда инфекцион ауырыуҙар менән ҡыҙыҡһына башланым һәм табип-инфекционист булып киттем. УЗД табибы һөнәрен дә үҙләштерҙем, был пациенттар менән эшләгәндә ҙур ярҙам булып тора. Оҙаҡ йылдар стационарҙа эшләнем. Неврология ла, кардиология ла, һәм, әлбиттә, терапия ла ситтә ҡалмай, сөнки инфекция профилендәге пациенттарҙың төрлө сирҙәре бар, шуларҙы ла иҫәпкә алырға, ҡайһы берҙә параллель рәүештә дауаларға кәрәк.
Республикабыҙҙа ВИЧ-инфекция асыҡланғас, бер нисә йыл дауамында махсус дауалау булмау сәбәпле, пациенттарға ауырға тура килде. Күп табиптар өсөн был яңы сир ине. ВИЧ-менән ауырыған пациенттар үҙҙәренең, шул иҫәптән психологик проблемалары менән тап инфекционистарға мөрәжәғәт итте.
Һуңғы 11 йылда республиканың СПИД-ҡа ҡаршы көрәш үҙәгендә эшләйем һәм быға мин бер тапҡыр ҙа үкенмәнем. Беҙҙә бик көслө белгестәр һәм шәп етәкселәр. Иғтибары, ярҙамы, аңлауы өсөн уларға ҙур рәхмәт. Ябай ғына һәм кешелекле сифаттар беҙҙең коллективҡа татыу команда булырға ярҙам итә. Һәр ваҡыт шулай булһын ине.
— Күпселек табиптарҙан айырмалы рәүештә һеҙ ВИЧ йоҡторған ауырыуҙар менән эшләйһегеҙ. Әлеге осраҡта табип менән пациент араһында «ышаныс күпере»н булдырыу ни тиклем мөһим? Республикабыҙҙа ВИЧ-инфекциялыларға күрһәтелгән ярҙам кимәлен нисек баһалайһығыҙ?
— Минеңсә, сирҙе дауалауҙа ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеү, тулы ғаилә ҡороу һәм һау-сәләмәт балалар табыу пациент менән табип араһында «ышаныс күпере»н булдыра. Әлбиттә, психологик кәртәләр ҙә бар. Йыш ҡына пациент үҙенең диагнозын ҡабул итергә теләмәй. Бының өсөн ваҡыт, организмда барған процестарҙы аңлау, аныҡ миҫалдар кәрәк, ә табип ҡатнашлығынан тыш был бик ауыр.
Республиканың СПИД үҙәге коммерцияға ҡарамаған ойошма менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Шуның һөҙөмтәһендә пациенттар психологик ярҙамға иҫәп тота ала, консультант көн дә эшләй. Республикала күрһәтелгән ярҙам кимәленә килгәндә, ул төбәк һәм федераль кимәлдә лә юғары тип баһалана.
— Үҙегеҙгә һәм коллегаларығыҙға нимә теләр инегеҙ?
— Сәләмәтлек һәр ваҡытта ла тулы ҡанлы тормош алып барыу өсөн нигеҙ булып тора, ә беҙ кешеләргә иң ҡәҙерлеһен – һаулыҡты һаҡларға ярҙам итәбеҙ. Беҙҙең эш түҙемлек, иғтибар, ышаныс, йыш ҡына күңел көсөн, такт талап итә. Шулай уҡ берлектәге эш өсөн республика медицина ойошмаларының табип-инфекционистарына рәхмәт белдерәм. Улар менән ВИЧ-инфекцияны ғына түгел, хроник вируслы гепатиттарҙы ла асыҡлайбыҙ, күҙәтәбеҙ һәм дауалайбыҙ. Табиптар менән көн һайын тиерлек бәйләнештә торабыҙ.
Коллегаларымдың һайлаған һөнәренә тоғро ҡалыуын, ҡуйылған бурыстарҙы еңел үтәүен һәм уларға тыныслыҡ, именлек, ғаилә бәхете, ныҡлы һаулыҡ теләйем. Эшебеҙ табиптарға ла, пациенттарыбыҙға ла ҡәнәғәтлек килтерһен.