11:46 (UTC+5), 18 Июня 2025

Башҡортостан Башлығы район дауаханаларының баш табиптарына яңы автомобиль асҡыстары тапшырҙы

Фото: Валерий Шахов
Азат Ғиззәтуллин

18 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың 12 район дауаханаһының һәм Өфөнөң ике балалар поликлиникаһының баш табиптарына 31 яңы автомобиль асҡысы тапшырҙы. Машиналар «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының «Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» төбәк программаһы сиктәрендә һатып алынған.

«Барығыҙҙы ла медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Һеҙгә уңыштар, именлек, ныҡлы һаулыҡ теләйем. Яңы автомобилдәр тәү сиратта медицинаның беренсел звеноһына, шул иҫәптән аҙ хәрәкәтсән граждандарҙы хеҙмәтләндереүҙә лә ярҙам итәсәк. Хәйерле юл, үҙегеҙ ҙә сирләмәгеҙ», – тине Радий Хәбиров бүләкләү тантанаһында. Ул шулай уҡ район үҙәк дауаханаларына тапшырылған бер нисә автомобилде ҡараны.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, Lada Largus базаһындағы «Медицина хеҙмәте» еңел автомобиле түшәктә ятҡан пациентты һәм бер медицина хеҙмәткәрен йәки дүрт пассажирҙы ташырға мөмкинлек бирә.  

Lada Granta базаһындағы еңел автомобиль дүрт пассажирҙы, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙы йөрөтөү өсөн иҫәпләнгән.

LADA NIVA TRAVEL базаһындағы автомобиль 5 урынлыҡ, уның менән алыҫ райондарҙа, ауыл ерендә һәм ҡышҡыһын йөрөүе бик уңайлы. Автомобилдең кондиционеры, ЭРА-Глонасс системаһы, хәүефһеҙлек мендәре һәм башҡа функциялары бар.

https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-06-18/glava-bashkirii-vruchil-klyuchi-ot-novyh-avtomobiley-glavvracham-raybolnits-4280484

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика