10 июндә Рәсәй Президенты Владимир Путин видеобәйләнеш режимында илебеҙ төбәктәренең яңы һаулыҡ һаҡлау объекттарын асыу сараһында ҡатнашты. Улар араһында Өфөләге Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы ла бар. Дөйөм майҙаны яҡынса 32 мең квадрат метр тәшкил иткән күп ҡатлы бина 2019 йылдың июлендә төҙөлә башланы. Бында диагностика кабинеттары менән ҡабул итеү бүлексәһе, поликлиника, реанимация менән 10 операция бүлмәһе, рентгенохирургия һәм кардиохирургия бүлексәләре, административ блок һәм дарыухана-бүлеү пункты урынлашҡан. Объекттың хаҡы 10,7 миллиард һум тәшкил иткән, аҡса Башҡортостан бюджетынан бүленгән.
Рәсәй президенты төбәктәрҙең барлыҡ етәкселәренән ФАП-тарҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмауҙарын һораны.
«Ҡан тамырҙарына, йөрәккә ошондай ҡатмарлы операциялар яһалған республика кардиология үҙәгенең ун ҡатлы хирургия корпусы — республикала ла, тотош илдә лә медицина үҫеше күҙлегенән бик мөһим, әлбиттә. Әммә фельдшер-акушерлыҡ пункттары тураһында онотмағыҙ, был бәләкәй ауылдарҙа йәшәгән миллионлаған граждандарыбыҙға ҡағыла, сөнки уларҙа фельдшерҙан башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре юҡ. Шуға күрә ремонт эштәрен дауам итергә, яңы ФАП-тар төҙөргә, белгестәр йәлеп итергә, улар өсөн тейешле шарттар булдырырға кәрәк, тәү сиратта торлаҡ яғынан, һеҙ был хаҡта ла яҡшы беләһегеҙ», — тине Владимир Путин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, кардиология үҙәгенең яңы корпусы йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш системаһының ябыҡ циклын формалаштыра. Әйтәйек, беҙҙең кардиология үҙәге, төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәре, ауыл табип амбулаториялары, поликлиникалар һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары.
«Республикабыҙҙа ике меңдән ашыу ФАП иҫәпләнә. Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында һуңғы алты йылда уларҙың 500-өн алмаштырҙыҡ. Улар берҙәм һанлы контурға индерелде. Тимәк, хәҙер төпкөл ауылдағы ФАП-та беҙ электрокардиограмма эшләй һәм шунда уҡ төбәктең ҡан тамырҙары үҙәгенә ебәрә алабыҙ. Хөрмәтле Владимир Владимирович, белеүегеҙсә, корпустың майҙаны 35 мең квадрат метр, 10 операция бүлмәһе бар. Был иһә оҙаҡ һәм сәләмәт йәшәү өсөн өҫтәмә өмөт», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.