Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә июндә «Сәләмәтлек поездары»ның эш графигын билдәләне.
Күсмә медицина комплекстары Әбйәлил, Архангел, Баҡалы, Бүздәк, Бөрйән, Дыуан, Дүртөйлө, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Кушнаренко, Мәсетле, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ һәм Учалы райондарына килә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Сәләмәтлек поездары»ның яңы эш миҙгеле 21 апрелдә башланды. «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы 16 сентябргә тиклем дауам итә.