

Башҡортостанда «Ауыл фельдшеры» программаһы буйынса 33 табипҡа 500-шәр мең һум аҡса бирелә. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте. Башҡортостан райондарына эш сәфәре барышында йыш ҡына фельдшер-акушерлыҡ пункттарына йыш инеп сығам, тип билдәләне ул.
«Башҡортостанда ауыл биләмәләре байтаҡ, халыҡҡа медицина ярҙамы бик кәрәк. Беҙ ауыл медицинаһы өсөн күп эштәр башҡарҙыҡ һәм уны дауам итәбеҙ. Тотош республикала 500 фельдшер-акушерлыҡ пунктын, 10-ға яҡын участка дауаханаһын һәм амбулаторияһын яңырттыҡ. Әммә иң мөһиме – унда эшләгән хеҙмәткәрҙәр. Беҙҙә «Ауыл табибы/ Ауыл фельдшеры» федераль программаһы ғәмәлгә ашырыла, ауыл дауаханаларына эшкә ҡайтҡан медиктарға финанс ярҙамы күрһәтелә. Республикала иһә ФАП-тарға иҫәпләнгән үҙебеҙҙең «Ауыл фельдшеры» программаһы эшләп килә. Быйыл беҙ тағы 33 табипҡа 500 мең аҡса түләйбеҙ», — тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.