12:56 (UTC+5), 23 Января 2025

Республика райондарында һигеҙ ҡатын-ҡыҙ консультацияһын асыу планлаштырыла

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Фото: Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан райондарында һигеҙ ҡатын-ҡыҙ консультацияһын асыу планлаштырыла. Улар Языков, Борай, Иҫәнғол, Краснокама, Оло Ыҡтамаҡ, Миәкә, Нуриман, Үрге Тәтешле район дауаханаларында булдырыла, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ведомство мәғлүмәте буйынса, ошо медицина ойошмаларында поликлиникалар составында акушер-гинеколог кабинеттары эшләй. Әммә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған махсус ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын асыу бурысы тора. Унда акушер-гинекологтар өсөн кабинеттар, ультратауыш диагностикаһы кабинеты, медицина-социаль ярҙам кабинеты, функциональ диагностика кабинеты булырға тейеш.

Был ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығына комплекслы ҡараш булдырырға һәм уларҙы тикшереү, дауалау өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирә.

Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә асыу планлаштырыла.Төп маҡсат – ҡатын-ҡыҙҙар өсөн медицина ярҙамының сифатын күтәреү, тыуымды арттырыу, буласаҡ әсәләрҙең һәм уларҙың балаларының һаулығын яҡшыртыу.

https://www.bashinform.ru/news/medicine/2025-01-23/v-selskih-rayonah-bashkirii-planiruyut-otkryt-vosem-zhenskih-konsultatsiy-4094004

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика