23:01 (UTC+5), 18 Сентября 2026

Йылайыр районында бүреләр ваҡ малды ҡырған

Фото: Тимур Әбделмәнов

Йылайыр районында бүре өйөрө ауыл малына һөжүм иткән. Сидоровка ауылы янында йыртҡыстар туғыҙ һарыҡты һәм өс кәзәне йыҡҡан. Был хаҡта «Башинформға» ауыл халҡы хәбәр итте.

Республика тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында был ваҡиғаның булғанлығын раҫланылар. «Башинформ» ауыл биләмәһе хакимиәте менән бәйләнешкә сыҡты.

«17 сәғәт тирәһендә бүреләр ауыл көтөүенә һөжүм итә. Мотоциклда булған көтөүсе уларҙы ҡурҡытырға маташа, әммә йыртҡыстар туғыҙ һарыҡ һәм өс кәзәне тамаҡлап өлгөрә. Беҙ ЕДДС-ҡа шылтыраттыҡ, урынға һунарсылар төркөмө менән һунар инспекторы килде. Төндә улар бер бүрене эҙләп табырға өлгөрә. Тағы ла ете бүре ҡаса. Бөгөн һунарсылар эшләүен дауам итә*, — тип хәбәр итте Үрге Ғәле ауыл советы башлығы Вәсил Игебаев „Башинформ"ға.

1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика