11:15 (UTC+5), 07 Сентября 2026

Башҡортостанда янғын өс баланың ғүмерен өҙгән

Әлеге осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: матбуғат хеҙмәте | РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы
Анастасия Другова

6 сентябрҙә Нефтекама янындағы Әмзә ауылында ике фатирлы бер ҡатлы ағас йортта янғын сыҡҡан. Көньяҡ урамында янғын тураһында хәбәр кис көнө бик һуң ғына килгән. Ваҡиға урынына шунда уҡ янғын һүндереү хеҙмәте юлланған.

БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 50 квадрат метр майҙанда асыҡ янғын һүндерелгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре емереклектәр араһында өс баланың мәйетен тапҡан.

Янғынды һүндереүгә бөтәһе 28 кеше һәм 13 берәмек техника йәлеп ителггән.

Ваҡиға урынына Нефтекама прокуроры Рөстәм Раянов та килгән.

Әлеге осраҡ буйынса РФ Енәйәт кодексының 109-сы статьяһының 3-сө өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ике йәки унан күберәк кешене үлемгә дусар итеү).

Тикшереү башланған.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика