Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.33
-0.29
92.73
-0.71
62.51
+0.52
5+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
6 Апрель , 11:48

Республикала бер тәүлектә 3 гектарға яҡын ҡоро үлән янған

матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
Фото: матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

Уҙған тәүлектә Әлшәй, Әбйәлил, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ һәм Шишмә райондарында ҡоро үлән яныуҙың биш осрағы теркәлгән. Ут 2,82 гектар ерҙе ялмап алған.  

«Хәлде контролдә тотабыҙ», — тип билдәләне Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов.

Башинформ хәбәр иткәнсә, 18 апрелдән Башҡортостан биләмәһендә яҙғы-йәйге янғын хәүефе миҙгеле асыла. Ул 25 октябргә тиклем дауам итә.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-04-06/v-bashkirii-za-sutki-sgorelo-pochti-3-ga-suhoy-travy-4639866

Читайте нас