12:43 (UTC+5), 03 Февраля 2026

Башҡортостан Башлығы: әгәр мәктәптә буллинг факты раҫланһа, етәкселек эштән бушатыла

Өфөнөң 16-сы гимназияһына – ғәҙәттән тыш хәл урынына килгән Башҡортостан Башлығы «Башинформ» журналисы менән әңгәмә барышында хис-тойғоларҙы ситкә ҡуйып торорға һәм ошо хәлдең сәбәптәрен ентекле тикшерергә кәрәклеген билдәләне.

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов / Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Альмира Давлетбаева

Әлегә һығымталар яһарға иртәрәк, хис-тойғоларҙы ситкә ҡуйырға һәм булған хәлдең сәбәптәрен ентекле тикшерергә кәрәк, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Хәҙер, минеңсә, иң мөһиме, эмоцияларҙы ситкә ҡуйыу, сөнки мәсьәлә етди. Иң мөһиме, зыян күреүселәр юҡ, шунан сығып эш итергә кәрәк, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Булған хәл тәрән өйрәнеүҙе талап итә. Был ҡылыҡтың төрлө сәбәптәре бар: өйҙәге проблемалар, бәхетһеҙ мөхәббәт, буллинг. Хәҙер беҙ бының сәбәбен асыҡларға тейешбеҙ. Үҫмерҙең атаһы ла, әсәһе лә бар, ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә. Шуға күрә беҙгә асыҡларға ваҡыт бирегеҙ, һәм беҙ тейешле ҡарарҙар ҡабул итербеҙ. Минең позициям шундай: әгәр беҙ буллинг фактын асыҡлаһаҡ, беҙ мәктәп етәкселеген эштән бушатабыҙ». 

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, мәктәптә хәүефһеҙлек системаһы төҙөк. Хәүеф төймәләре һәм металл эҙләгестәр бар, улар эшләй, әммә ЧОП хеҙмәткәрҙәре иғтибарлы булмаған.

«Мәктәптә сит кеше булыуы тураһында сигнал ваҡытында бирелгән, уҡытыусылар ҙа балаларға кластарҙа бикләнергә күрһәтмә биргән. Металлодетектор ҙа тора, әммә һөжүм итеүсенең ҡоралы ҡорал түгел, ул балалар өсөн пластик автомат. Ул спорт магазиндарында ла түгел, ә балалар магазиндарында һатыла. Ул бәләкәй пластик пулялар менән ата, был пневмо түгел. Ул кешегә зыян килтерә алмай. Егет үҙе әйтеүенсә, был автомат уның ҡустыһыныҡы. Пластик булғанлыҡтан, металлодетектор «тапмаған». Шулай уҡ үҫмерҙең үҙе менән бәләкәй генә кухня бысағы ла булған. Уны металл эҙләгес «һиҙгән». Әммә, бында алдан әйтеүҙәренсә, бөтә балаларҙың да үҙҙәре менән ниндәйҙер металл әйбере бар, ул «сыңлай». Шуға иғтибар итмәгәндәр. Тимәк, беренсе яҡлау линияһы, һаҡ, эшләмәгән, урында шәхси һаҡ предприятиһы булһа ла. Әммә тиҙ арала ярҙам саҡыра алғандар. 10 минут эсендә ҡораллы Росгвардиясылар килеп еткән. Егет ҡаршылыҡ күрһәтмәгән», – тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-02-03/glava-bashkirii-esli-fakt-bullinga-v-shkole-podtverditsya-rukovodstvo-uvolyat-4562455

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика