Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.23
0
92.09
0
62.56
+0.57
-13 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
15 Декабрь 2025, 12:20

Башҡортостанда дүрт бала хлор менән ағыуланған

Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы / матбуғат хеҙмәте
Фото: Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы / матбуғат хеҙмәте

Яңауылда дүрт бала бассейнда йөҙгәндән һуң дауаханаға эләккән. Барыһының да хлор менән ағыуланыу билдәләре бар.

Кескәй пациенттарҙы реанимацияға һалғандар, ә икенсе көндө педиатрия бүлегенә күсергәндәр. Хәҙер уларҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек, дауахананан сығырға әҙерләнәләр, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Башҡортостан прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, был хәл 12 декабрҙә кис көнө булған. Балалар йөҙөү буйынса күнекмә ваҡытында хлор менән ағыуланған. Уларға медицина ярҙамы талап ителгән. Күҙәтеү ведомствоһы тикшереү башлаған.

https://www.bashinform.ru/news/law/2025-12-15/v-bashkirii-chetvero-detey-otravilis-hlorom-4507460

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас