11:11 (UTC+5), 20 Октября 2025

Радий Хәбиров «Авангард» заводындағы ғәҙәттән тыш хәлдә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итергә ҡушты

Фото: оператив кәңәшмә трансляцияһынан скриншот
Ләйсән Закирова

Башҡортостан Башлығы Стәрлетамаҡтағы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә «Авангард» заводындағы шартлауға аңлатма бирҙе. Сәбәптәрен криминалистар асыҡлай, хәҙер властарҙың бурысы – һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс ҡатын-ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө.  Уларҙың ғаиләләре етди иғтибар менән солғап алынырға һәм уларға компенсация түләнергә тейеш. Эмиль Владиславович был мәсьәлә менән ныҡлап шөғөлләнә. Зыян күреүселәрҙе дауаларға, аяҡҡа баҫтырырға, кешеләргә ярҙам итергә кәрәк, – тине Башҡортостан Башлығы. – Әлбиттә, предприятие эшләргә тейеш. Бәлә килеп тыуҙы, яңынан төҙөһөндәр. Белеүемсә, ведомство-ара комиссия ултырышы үтте,ярҙам күрһәтеү йәһәтенән беҙгә, хөкүмәткә, йөкләмәләр бар, уларҙы үтәргә кәрәк».

Шулай уҡ Радий Хәбиров ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ҡала һәм ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/law/2025-10-20/glava-bashkirii-poruchil-podderzhat-semi-pogibshih-v-chp-na-zavode-avangard-4433428

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика