Бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙә Ҡала сите урамында үлемесле авария булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Skoda Yeti автомобиле рулендәге 41 йәшлек ир Skoda Kodiaq автомобилен уҙып өлгөрмәй, еңел машинаға бәрелә һәм ҡаршы һыҙатта килгән «КамАЗ» аҫтына инеп китә.
Авария һөҙөмтәһендә Skoda Yeti водителе һәм уның 40 йәшлек пассажиры ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәттәре килгәнсе һәләк була, ә уларҙың 13 йәшлек ҡыҙҙары дауаханала вафат була.
Фажиғә урынына юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан белгестәр килгән. Әле аварияның сәбәптәре асыҡлана.