11:43 (UTC+5), 02 Октября 2025

Радий Хәбиров МХО контрактсыларына бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр ваҡытын оҙайтты

Башҡортостан Башлығы МХО-ла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгәндә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәрҙең (1-шәр миллион һум) ғәмәлдә булыу ваҡытын 2025 йылдың 31 октябренә тиклем оҙайтты.

Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков
Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостан Башлығының хәрби хеҙмәттәгеләргә өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһында указына үҙгәрештәр республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Бынан алдараҡ Радий Хәбиров Оборона министрлығы менән МХО биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн контрактҡа ҡул ҡуйған яҡташтарыбыҙға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәрҙең ғәмәлдә булыу ваҡытын 30 сентябргә тиклем оҙайтҡайны.

Республикала контрактсыларға түләүҙәр күләме 1 миллион һум тәшкил итә. Бөгөн МХО биләмәһендә хеҙмәт итергә теләүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең суммаһы – 1 700 000 һум. Шуның 1 300 000 һумы – республиканан, ҡалғаны иһә федераль аҡса.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-10-02/radiy-habirov-prodlil-srok-edinovremennyh-vyplat-kontraktnikam-svo-4411498

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика