

Хәйбулла районының Ивановка ауылында аҡҡош ғаиләһе дүрт себеше менән кешеләргә эйәләшкән. Мәмбәт ауылында йәшәгән Вәсилә Мәмбәтова әйтеүенсә, ҡоштар кешенән ҡурҡмай, ҡулға өйрәнгән.
«Аҡҡоштар иң тәүҙә бер ихата алдына килеп ултырған. Асыҡҡандыр, тип уйлап, уларҙы ашатҡандар һәм тоҡҡа һалып ауыл осондағы быуаға ебәргәндәр. Бөгөнгө көндә быуа янында йәшәгән бер хужалыҡҡа килеп-китеп йөрөйҙәр икән. Кешенән ҡурҡмайҙар», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә Вәсилә Мәмбәтова.
Быға тиклем экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре иһә аҡҡоштарҙы ҡулға эйәләштермәҫкә кәңәш итә.
«Аҡҡоштарҙы ашатмағыҙ, был уларҙың ғүмере өсөн хәүефле. Ҡыуып ебәрегеҙ һәм белгестәргә мөрәжәғәт итегеҙ», — тип белдергәйне экологтар.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.