Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.43
+0.09
94.38
+0.34
68.42
+0.31
18+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
1 Сентябрь , 12:09

Ауырғазыла 1 сентябрь алдынан биш балалы ғаиләнең йорто янған

Ауырғазы районының Көйәҙебаш ауылында ишле ғаилә йәшәгән йортта янғын сыҡҡан.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ғаилә башлығы ут сығыуын күреп ҡалған һәм төпсөк балаһын алып, башҡаларҙы иҫкәрткән. Барыһы ла тышҡа йүгереп сыҡҡан, бәхеткә, бер кем дә зыян күрмәгән.

Ваҡиға урынына Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Батыр ауыл советы янғын һүндереүселәре килгән. Янғын майҙаны 108 квадрат метр тәшкил иткән.

Янғын сәбәбе асыҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/law/2025-08-31/v-bashkirii-u-mnogodetnoy-semi-v-kanun-1-sentyabrya-sgorel-dom-4368103

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: