Егет бензин һибеп, мунса тоҡандырған ваҡытта тәнен бешергән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ул район дауаханаһы табиптарына мөрәжәғәт иткән, ләкин дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан.
Ведомствола мейес яҡҡанда, электр һәм газ приборҙарын файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш иттеләр.