Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.78
0
92.88
0
65.88
-0.71
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
8 Август , 16:41

Хәле ныҡ ауыр: яҡташыбыҙ Сочиҙан алып ҡайтҡан чача менән ағыуланған

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Өфөлә 36 йәшлек ҡатын Сочиҙа һатып алынған чачаны эскәндән һуң күреү һәләтен юғалтҡан.

«Пациенттың хәле бик ауыр. Уның метанол менән ағыуланыуы лабораторияла раҫланды. Тейешле дауа тәғәйенләнде», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Адлерҙың «Базар» баҙарында һатылған чача менән ағыуланыуға метил спирты сәбәпсе булыуы ихтимал, тип хәбәр итте Mash. Тартып алынған алкоголь продукцияһында метанол табылған. Әлеге ваҡытта 10 кешенең чача эсеп вафат булыуы билдәле. Адлер баҙарында өй шарттарында яһалған шарап һәм чача һатҡан ике ҡатын ҡулға алынған.

https://www.bashinform.ru/news/law/2025-08-08/v-krayne-tyazhelom-sostoyanii-ufimka-otravilas-sochinskoy-chachey-4343006

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: