Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы мәғлүмәте буйынса, ҡыҙ дуҫтары менән рөхсәтһеҙ урында һыу инеп йөрөгән. Үҫмер тәрәнгә төшкән дә кире йөҙөп сыҡмаған.
Ҡотҡарыусылар уның кәүҙәһен эҙләй.
Граждандарға махсус йыһазландырылмаған пляждарҙа һыу инеүҙең хәүефле булыуы тураһында иҫкәртәләр. Йылға-күл буйҙарында «Һыу инергә ярамай!» тигән яҙыуҙар ҡуйылған урындар бигерәк тә хәүефле. Уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, тип белдерҙеләр Граждандарҙы яҡлау идаралығында.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Асылыкүл буйында 48 йәшлек ир дуҫы менән кәмәлә йөрөгәндә һыуға һикергән дә йөҙөп сыға алмаған.