09:48 (UTC+5), 06 Августа 2025

Өфөлә бер йылдан ашыу элек юғалған 14 йәшлек үҫмерҙе һуңғы юлға оҙаттылар

Малайҙы Көньяҡ зыяратында ерләнеләр.

Фото: «Йәншишмә» гәзите хәбәрсеһе Лилиә Фазлетдинова
Инсаф Хужабирганов

Бөгөн Өфөлә 2024 йылдың март аҙағында юғалған 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов менән хушлаштылар. Һөҙөмтәлә экспертиза уның 14 йәшлек Дамир икәнлеген раҫланы. Үҫмерҙе Өфөлә Көньяҡ зыяратында ерләнеләр, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығының үҙ сығанағы.

«Йәншишмә» гәзите хәбәрсеһе Лилиә Фазлетдинова һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан. Ул «Башинформға» улының Дамир менән балалар баҡсаһында бер төркөмгә йөрөүе хаҡында һөйләне.

«Шул ваҡыттан алып беҙҙең балалар яҡшы аралашты, бер мәктәптә уҡыны. Бөгөн бөтә мәктәп Дамирҙы оҙатты. Уның класташтары һәм дуҫтары килде. Дамир бик аҡыллы, һәләтле, яуаплы малай ине. Ул спорт менән шөғөлләнде, яҡшы уҡыны. Дамир юғалып йөрөгәндәй хулиган кеүек малай булманы, тәбиғәттә үҙен яҡшы тота ине. Беҙ аҙаҡҡаса уның иҫән ҡалырына ышандыҡ. Әммә мөғжизә булманы», – тип уртаҡлашты Лилиә Фазлетдинова.

1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика