Еңел машина Аҡташ ауылына боролғанда юл ситенә сығып осҡан. Рулдәге әсә алты баланы һәләк итә яҙған. Уларҙың иң бәләкәйенә – 2 йәш.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, водитель медицина ярҙамынан баш тартҡан. Биш бала Стәрлетамаҡ дауаханаһына оҙатылған. Улар араһында ауыр пациенттар юҡ, тип асыҡлыҡ индерҙе ведомство етәксеһе. Балалар табиптар күҙәтеүендә.
https://www.bashinform.ru/news/law/2025-08-05/v-bashkirii-v-dtp-postradali-pyatero-detey-4339019