

Камчаткала ер тетрәгән, уның магнитудаһы – 8,7 балл, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Төньяҡ Курильскиҙың яр буйы зонаһында цунами тулҡыны теркәлгән. Әлегә билдәле мәғлүмәттәр буйынса, зыян күреүселәр юҡ. Ҡотҡарыусылар биналарҙы тикшерә. Ремонт эштәре барған балалар баҡсаһының фасады емерелгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре бинаны кәртәләп алған.
«Камчатка күҙәтеү һәм цунами тураһында иҫкәртеү үҙәге Төньяҡ Курил районының Парамушир һәм Шумшу утрауҙарына цунами яҡынлашыуын иҫкәрткән. Мейес торбалары һәм вентиляциялар өлөшләтә емерелгән. Төньяҡ Курильск ҡалаһы портын һәм «Алаид» балыҡ сәнәғәте предприятиеһын урыны менән һыу баҫҡан. Халыҡты эвакуациялағандар. Хәл контролдә тотола», – тиелә ведомствоның рәсми белдереүендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтырғы йәйҙә лә Камчаткала ер тетрәне. Ул саҡта уның магнитудаһы 7 балл тәшкил иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.