Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.55
+0.69
93.35
+0.01
68.36
-0.82
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
22 Июль , 17:01

Республикала көнсөл ир ҡатынына шампур менән сәнскән

Архангел районында 39 йәшлек ир ҡатынын үлтерергә маташҡан өсөн һаҡ аҫтына алынды.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы
Фото:Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы

Рәсәй Тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, тәфтишсенең һорауы буйынса суд уға һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарҙы. Тикшереү версияһы буйынса, июнь айында Архангел ауылының Чехов урамындағы йортта көнсөл ир, ҡатынын хыянатта ғәйепләп, күкрәгенә шампур менән сәнскән. Ул йығылғас, үлгән тип уйлаған. Был хаҡта уның ҡыҙына әйткән дә сығып ҡасҡан.

Бәхеткә, ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамы ҡатындың ғүмерен ҡотҡарып ҡалған. Күпмелер ваҡыттан һуң ғәйепле ир үҙе хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән.

Тикшереү бара.

https://www.bashinform.ru/news/law/2025-07-22/revnivyy-zhitel-bashkirii-zakolol-svoyu-suprugu-shampurom-4322278

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: