Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә ашығыс ярҙам хеҙмәттәргә Әбйәлил районында Яҡтыкүлдә гидроцикл менән идара иткән ирҙең кәмәгә бәрелеүе тураһында хәбәр килгән. Кәмәлә пассажирҙар булмаған.
Ваҡиға һөҙөмтәһендә гидроцикл водителе, 1990 йылғы Өфө егете һәләк була.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре фажиғәнең сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлай.