05:51 (UTC+5), 17 Июля 2025

Стәрлетамаҡта балалар тәҙрәнән ҡолап төшөп йәрәхәтләнгән

Фото: Ксения Калинина
Инсаф Хужабирганов

Стәрлетамаҡта балаларҙың тәҙрәнән ҡолап төшөүе хаҡында БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә. Кисә «112» хеҙмәтенә Дуҫлыҡ урамында бер йәшлек баланың тәҙрәнән ҡолап төшөүе тураһында мәғлүмәт килә. Малай әлеге ваҡытта дауаханала. Һуңыраҡ Хоҙайбирҙин урамында дүрт йәшлек малай тәҙрәнән ҡолап төшөүе хаҡында хәбәр килә. Уны ла ашығыс рәүештә дауаханаға оҙатҡандар.

Әле һаулыҡ һаҡлау министрлығы ошо хәбәрҙе еткерҙе: тәүге осраҡта йәш ярымлыҡ бала 3-сө ҡаттан ҡолап төшкән булған. Уның хәле яҡшырған, реанимация бүлегенән дөйөм палатаға күсергәндәр. Икенсе пациент – 4 йәшлек малай ауыр хәлдә. Уның ғүмере өсөн табиптар көрәшә.

Ҡурҡыныс миҙгел башланды. Быйыл йыл башынан тәҙрәнән 23 бала ҡолап төшкән, 3 сабый һәләк булған, 20-һе ауыр йәрәхәттәр менән ҡотолған. Һаҡ булығыҙ! 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика