17:22 (UTC+5), 01 Июль 2025

Әбйәлил районында бер ауылдан өс йәш егет юл фажиғәһендә һәләк булған

Фото: «Әбйәлил» гәзите
Мираҫ Йәнгилдин

Әбйәлил районында өс йәш егет юл фажиғәһендә һәләк булған. Ҡырҙас ауылынан Айтуған, ағалы-ҡустылы Айнур һәм Инсаф исемле егеттәр Асҡар - Амангилде юлында еңел автомобилдә йөк машинаһына бәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыу һөлөгөләй егеттәрҙең ғүмерен ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр.  

Ошо көндәрҙә Ҡырҙас ауылы халҡы бик ауыр ҡайғы кисерә. Егеттәргә арналған яҙмалар һәм фотоһүрәттәр ауыл төркөмөнә ҡуйылған. Бөтә район халҡы мәрхүмдәрҙең яҡындарына һәм туғандарына ҡайғы уртаҡлашыу беледрә.  

«Эй, малайҙар , малайҙар , ҡайҙа ғына ашыҡтығыҙ шулай? Күркәм сабырлыҡ ғаиләләренә, әсә-аталарына, ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам күршеләрем, имандарын юлдаш итһен. Бик ауыр хәл...»

«Типһә тимер өҙөрлөк егеттәрҙең ваҡытынан алда китеп барыуҙары туғандары өсөн генә түгел, ауылдаштары өсөн дә тетрәндергес булды. Бигерәк йәшләй әрәм булдылар. Күпме тормошҡа ашмаған хыялдар, өмөттәр юҡҡа сыҡты. Тыныс йоҡлағыҙ, йәндәрегеҙ йәннәттә булһын. Яҡындарына сабырлыҡ һәм түҙемлек.», – тип яҙа егеттәрҙең ауылдаштары. 

Егеттәрҙе дуҫтары, ауылдаштары тик яҡшы яҡтан хәтерләй, уларҙы йылы һүҙ менән иҫкә ала.  

«Айтуған шундай матур, һылыу, тәртипле егәрле типһә тимер өҙгәндәй егет ине, армияла десантник булып хеҙмәт итте, әлеге ваҡытта вахта ысулы менән йөрөп альпинист булып эшләй ине. Бер ҡасан да эшһеҙ торманы. Туғандары өсөн өҙөлөп торҙо, шундай яҡшы кешеләр ниңә иртә китә икән, Хоҙайға ла һәйбәт кешеләр кәрәк, тигәндәре дөрөҫтөр, ахырыһы. Ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне ожмах түрендә булһын. Әсәһенә, туғандарына сабырлыҡ түҙемлек теләйем», –  тиелә мәрхүм егеттәрҙең береһе хаҡында.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы мәрхүм егеттәрнең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика