06:39 (UTC+5), 30 Июня 2025

Балтаста өс бала әсәһе юл фажиғәһендә һәләк булған

Авария кисә Балтас районындағы Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе автомобиль юлының 57-се километрында теркәлгән.

Фото: Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы
Дарья Субботина

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәте буйынса, «Лада Гранта» рулендәге 38 йәшлек ҡатын юл ситенә сығып осҡан. Водитель ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. Үҙенең өс балаһы һәм туғанының ҡыҙы төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, дүрт бала яҡындағы медицина учреждениеһына – Балтас үҙәк район дауаханаһына оҙатылған, уларҙы ҡарағандан һуң Бөрө дауаханаһына күсергәндәр. Өс баланың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана, береһенә Республика балалар клиник дауаханаһы табиптарының ярҙамы талап ителә.

Авария буйынса тикшереү башланған.

https://www.bashinform.ru/news/law/2025-06-30/v-bashkirii-zhenschina-voditel-pogibla-v-dtp-troe-ee-detey-vyzhili-4295012

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика