Өфөлә 37 йәшлек ҡатынға «мутлашыу» статьяһы (21 эпизод) буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылдың 15 мартынан 17 октябренә тиклем туристик агентлыҡ директоры популяр йүнәлештәргә, шул иҫәптән Төркиәгә, Абхазияға, Мысырға, Дағстанға һәм Сочиға путевкалар һатҡан. Суд процесы барышында асыҡланыуынса, ғәйепләнеүсе туристик хеҙмәттәр күрһәтергә йыйынмаған.
Граждандарҙан алған 3 миллион һумдан ашыу аҡсаны ул үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған.
Ғәйепләнеүсе үҙенең ҡылған ҡырын эштәрен таныған. Суд уны ғәйепле тип тапҡан һәм биш йылға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатырға тигән ҡарар сығарған, әммә балаларына 14 йәш тулғансы кисектереп торған. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.