Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.71
0
90.52
0
64.78
+0.34
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
22 Май , 11:20

Республикала йәшен утынан янғын сыҡҡан, хужабикәнең ғүмере өҙөлгән

Миәкә районының Күл-Ҡуңҡаҫ ауылында кисә мал һарайын йәшен атҡан. Ағас аҙбар шунда уҡ янып киткән.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, янғында һыйырын ҡотҡарырға маташҡан 58 йәшлек хужабикәнең ғүмере өҙөлгән, малҡай ҙа һәләк булған. Ялҡын ялмап алған ҡыйыҡ уларҙың өҫтөнә емерелеп төшкән.

Ведомствола белдереүҙәренсә, ошо уҡ муниципалитеттың Исламғол ауылында ла шундай осраҡ булған. Бәхеткә, бында ҡорбандар юҡ.

https://www.bashinform.ru/news/law/2025-05-22/v-bashkirii-molniya-ubila-zhenschinu-i-korovu-4245824

Автор:Иван Вавилов
Читайте нас: