06:08 (UTC+5), 20 Мая 2025

Башҡортостанда айыуҙан таланған 70 йәшлек ир вафат булған

Фото: Айрат Рәхмәтуллиндың телеграм-каналы
Инсаф Хужабиргәнов

Белорет үҙәк район дауаханаһында айыуҙан зыян күргән 70 йәшлек ир вафат булған. Был хаҡта «Башинформ»ға үҙ сығанағы хәбәр итте. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте был мәғлүмәтте раҫланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғәле хәл 4 майҙа Әбйәлил районының Шәрип ауылы янында теркәлгән. Урманда ҡайын ороһо йыйып йөрөгән 70 йәшлек иргә айыу ташланған. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, ауыр хәлдәге пациентты Белорет дауаханаһына килтергәндәр.

Белорет табиптары ике аҙна буйына пациенттың ғүмере өсөн көрәшкән.  Улар бер нисә ҡатмарлы операция яһаған, береһе алты сәғәт дауам иткән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирҙе ҡотҡара алмағандар.

https://www.bashinform.ru/news/law/2025-05-20/v-bashkirii-skonchalsya-70-letniy-pensioner-postradavshiy-ot-napadeniya-medvedya-4242372

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика