Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.77
0
90.71
0
65.12
-0.29
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
16 Май , 11:27

Салауат ҡалаһында фабрикала ҡот осҡос шартлау булған

Салауат ҡалаһында фабрикала ҡот осҡос шартлау булған. Емереклектәр аҫтында кешеләр ҡалған, тип хәбәр «УфаНовости» порталы. 

Бөгөн иртән Салауаттағы «Свеча» парафин етештереү фабрикаһында шартлау булған. Бинаның бер өлөшө емерелеп төшкән. Әле урында РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре эшләй. 43 кеше һәм 17 берәмек техника йәлеп ителгән. 

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 4 кеше зыян күргән, бер кеше әлеге ваҡытта емереклектәр аҫтында, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан прокуратураһынан.   

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: