Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
6+ °C
Облачно
Хәл-ваҡиғалар
15 Апреля 2025, 06:37

Өфө янында алты йөк машинаһы янған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтеРәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте
Фото:Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте

Калинин районының Федоровка ауылында төндә алты йөк машинаһы янған. Ут бер-береһенә терәлеп торған «Шакман» йөк автомобилдәренең кабиналарын ялмап алған.

Янғынды Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан 11 янғын һүндереүсе һәм 4 берәмек техника һүндергән. Янғындың дөйөм майҙаны 13 квадрат метр тәшкил иткән.

Зыян күреүселәр юҡ. Янғындың сәбәбе асыҡлана. Урында һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм дознаватель эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/law/2025-04-15/pod-ufoy-sgoreli-shest-gruzovikov-4198195

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас