Бөгөн көндөҙгө сәғәттәрҙә Өфө - Белорет трассаһында машиналар хәрәкәте туҡтатылған. Ашығыс хеҙмәттәргә, Инйәр йылғаһы аша күпергә мина һалынған, тигән хәбәр килгән.
Автоһәүәҫкәрҙәр Белорет районы Кәртәле ауылы янында видео төшөргән. Кадрҙа күренеүенсә, машиналар туҡтап тора, тығын барлыҡҡа килгән.
Асыҡланыуынса, юл ситендә ҡул гранатаһы табылған. Урынға саперҙарҙы саҡырғандар. Әлеге ваҡытта хәрәкәт асылған, тип белдерҙеләр Башҡортостандың транспорт министрлығында.